"Берҙәм дәүләт имтиханын бөтөрөргә кәрәк"

  • "Берҙәм дәүләт имтиханын бөтөрөргә кәрәк" | ГТРК «Башкортостан»
Рәсәй Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин берҙәм дәүләт имтиханын бөтөрөргә кәрәк тип иҫәпләй. Был хаҡта «РИА Новости» хәбәр итте.

«Әйҙәгеҙ, совет заманындағы белем биреү мәктәбен тергеҙәйек. Ул донъяла иң яҡшыһы тип һанала ине, быны бөтәһе лә таныны, закон сығарыу тәҡдимдәребеҙ шуға йүнәлтелергә тейеш. Берҙәм дәүләт имтиханын бөтөрөргә <…> Был йәштәрҙе яфалау ғына», — тине ул «Кешенең именлеген тәьмин итеүҙә хоҡуҡтың роле» конференцияһында сығыш яһағанда.

Бынан алда Бастрыкин «РИА Новости» агентлығына интервьюһында дистанцион белем биреүҙе тәнҡитләне. Бындай форматта материал ғәҙәттәгесә белем алыуға ҡарағанда насарыраҡ үҙләштерелә, тип билдәләне ул.

Подпишитесь на нас в Пульс