Өфөлә төп яңы йыл шыршыһы ҡуйылды

  • Өфөлә төп яңы йыл шыршыһы ҡуйылды | ГТРК «Башкортостан»
Башҡаланың төп шыршыһы В.И.Ленин исемендәге майҙанда ҡуйылды. «Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы» хеҙмәткәрҙәре урман ҡупшыҡайын республиканың Благовещен районынан килтергән.

Ағастың бейеклеге – 35 метр, йәше – 85. Яҡын арала шыршыны биҙәү, майҙанда боҙ ҡаласығын төҙөү башлана, унда Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу һындары ҡуйыла, шулай уҡ ҙур байрам шарҙары рәүешендә өс арка, йондоҙ һәм ҡар бөртөктәре яһала.

«Эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, боҙ ҡаласыҡтары һәм шыршы ҡуйылған майҙансыҡтар, былтырғы менән сағыштырғанда, күберәк буласаҡ. 2019 йылда уларҙың һаны 85 булһа, 2020 йылда 247 майҙансыҡ ойошторолдо, быйыл 321 майҙансыҡ ҡорола», – тип хәбәр иттеләр Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәтенән.

Баш ҡаланы байрамса биҙәүҙе 1 декабргә тамамлау күҙаллана.

Подпишитесь на наш Telegram-канал