Башҡортостанда халыҡтың 67 проценты вакцина яһатҡан

  • Башҡортостанда халыҡтың 67 проценты вакцина яһатҡан | ГТРК «Башкортостан»
Башҡортостанда 1 миллион 667 меңдән ашыу кеше, йәғни халыҡтың 67,1 проценты коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның ике компонентын да алған.

Был турала республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Мәғлүм булыуынса, республикала 2 миллион ярым самаһы кешегә прививка яһау планлаштырыла.

Хәҙерге көндә Башҡортостанда коронавируслы инфекцияға ҡаршы яҡынса 2 миллион 445 мең доза вакцина бар. Кәмендә 1 миллион 935 мең кеше, йәғни халыҡтың 77,9 проценты, прививканың беренсе компонентын ҡаҙатҡан.

«Әле республикала 60 йәштән өлкәндәрҙең дөйөм һаны — 890 меңдән ашыу. Уларҙың 492 меңдән ашыуы вакцинаның беренсе компонентын ҡаҙатҡан, 420 меңгә яҡын оло йәштәге кеше ике компонентын да алған», — тип белдерҙеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.

Үткән тәүлектә генә республикала 30 мең ярым самаһы кеше вакцинаның икенсе компонентын яһатҡан

Подпишитесь на нас в Google Новости