Халыҡ «Беҙҙең Брендты» таныны

  •  Халыҡ «Беҙҙең Брендты» таныны | ГТРК «Башкортостан»
«Беҙҙең Бренд. Халыҡтың таныуы» тип исемләнгән аҙыҡ-түлек конкурсы төбәктә беренсе тапҡыр ойошторолдо. Ярышҡа республикала тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса йомғаҡ яһалды.

Сараны республиканың Ауыл хужалығы министрлығы һәм Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы ойошторҙо.

Тауыш биреү 14 октябрҙән 23 ноябргә тиклем барҙы. Конкурста республиканың  48 муниципаль берәмегенән 118 бренд ҡатнашты.

Теләгән һәр кем «Беҙҙең бренд» сайтында Башҡортостандың район йәиһә ҡалаһының сифатлы ризығы өсөн тауыш бирҙе. Ойоштороусылар фекеренсә, сара бренд барлыҡҡа килгән төбәкте, урындарҙа ниндәй милли ризыҡтар етештерелгәнен таныта. 

Республика халҡы үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлек хаҡында бай мәғлүмәт алды. Башҡортостан брендында бал менән ҡымыҙҙан тыш, башҡа юғары сифатлы, экологик яҡтан таҙа, тәмле ризыҡтар барлығын асыҡланы.

Онлайн тауыш биреү йомғаҡтары буйынса “Стәрлебаш бауырһағы” һәм “Көйөргәҙе деликатестары” еңеүсе тип танылды.

Подпишитесь на нас в Google Новости