Студент йыйылма командаһы «бронза» яуланы

  • Студент йыйылма командаһы «бронза» яуланы | ГТРК «Башкортостан»
Башҡортостандың хоккей буйынса студент йыйылма командаһы Волга буйы федераль округы Кубогына ярышта «бронза» миҙалдарға лайыҡ булды.

Башҡортостандың студент хоккейсылары Ҡазанда һәүәҫкәр студент хоккей командалары араһында үткән турнирҙа уңышлы сығыш яһап Волга буйы федераль округы кубогы финалына сыҡты. 1996-2004 йылдарҙа тыуған егеттәр 12 команда араһында иң яҡшыһы тип танылды. Был хаҡта төбәктең спорт министрлығынан хәбәр иттеләр.

Сирек финалға сығыр өсөн барған алышта Башҡортостан йыйылма командаһы Һамар өлкәһе командаһын 12:0, Сыуашстан спортсыларын 8:1 иҫәбенә ҡыйратып ике тапҡыр еңеүгә өлгәште. Сирек финалда Башҡортостан студенттары Пенза өлкәһе вәкилдәрен 4:0 иҫәбенә отто. Ярым финалда иһә егеттәр Түбәнге Новгород хоккейсыларынан 3:6 иҫәбе менән отолдо. Ә финалда кировсыларҙы 14:2 иҫәбе менән еңеп турнирҙың бронза миҙалдарын яуланы.

Читайте нас в Яндекс.Дзен