Омикрон-штамы менән нисек ауырыйҙар

  • Омикрон-штамы менән нисек ауырыйҙар | ГТРК «Башкортостан»
Башҡортостанда коронавируслы инфекцияның 105 мең осрағы теркәлгән. Эксперттар «омикрон» штамы менән зарарланыу билдәләрен аңлатты.

Пандемия башынан республикала 105 мең 38 кеше коронавируслы инфекция йоҡторған, үткән ял көндәрендә йәнә 1341 яңы осраҡ теркәлгән. Дауаханаға һалынғандар һаны кәмегән, йәғни 540-тан 468-гә төшкән. Ауыр хәлдәгеләр ҙә әҙерәк, элек 102 булһа, үткән ял көндәрендә — 72. Өйҙә ете меңдән ашыу сирле дауалана.  

28 ноябрҙә тәүлек эсендә 25 үлем осрағы теркәлгән, бер көн элек был һан туғыҙға күберәк ине. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан алынған мәғлүмәттәр буйынса пандемия башынан 3479 сирле вафат булған. Уларҙың 3101 – өлкән йәштәге кешеләр.

Вакциналарға тейеш 2 миллионға яҡын кеше беренсе прививканы ҡаҙатҡан, 2,4 миллион күләмдәге план буйынса 1 миллион 705 мең кеше тулыһынса вакцинация үткән.

Белгестәрҙең етди иғтибарын коронавирустың Африкала табылған яңы «омикрон» штамы йәлеп итә. Ул тиҙ таралыу һәләтенә эйә. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһында яңы штамдың COVID-19 сирен үткәргәндәр өсөн айырыуса хәүефле, тип иҫкәрттеләр.

Омикрон-штамм йоҡтороуҙың төп билдәләре – хәл бөтөү, баш ауыртыу. Шуға ҡарамаҫтан тән температураһы күтәрелмәй, тамаҡ ауыртмай, тип хәбәр итә Көньяҡ Африка республикаһының Медицина ассоциацияһы. Киң мәғлүмәт саралары белдереүенсә, «омикрон» эләктереү осраҡтары Израиль, Бельгия, Гонконг, Германия, Бөйөк Британия, Италия һәм Австралияла теркәлгән. 28 ноябрҙә Роспотребнадзор коронавирустың яңы штамы Рәсәйҙә табылмаған тип хәбәр итте.

Подпишитесь на нас в Пульс