«Шыршы-2021» операцияһы башланды

  • «Шыршы-2021» операцияһы башланды | ГТРК «Башкортостан»
Башҡортостанда «Шыршы-2021» иҫкәртеү операцияһы башланды. Ылыҫлы йәш ағастарҙы законһыҙ ҡырҡып алыуҙан һаҡлауға йүнәлтелгән оператив-иҫкәртеү саралары төбәктә 2021 йылдың 29 ноябренән 31 декабренә тиклем дауам итә.

Операция барышында урман һағы хеҙмәткәрҙәре башҡа ҡыҙыҡһыныусан орган вәкилдәре менән бергә яңы йыл продукцияһын һатыу урындарына һәм урман фонды биләмәләренә рейдтар ойошторорға, даими патруль үткәрергә ниәтләй. Шыршыларҙы законһыҙ ташыу осраҡтарын асыҡлар өсөн ЮХХДИ менән берлектә юлдарҙа тәүлек әйләнәһенә дежур һәм стационар пункттар эше ойошторола.

Ағастарҙы законһыҙ ҡырҡҡан өсөн ғәйеплеләр административ һәм енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыла. Граждандар өсөн һалынған штраф күләме 3-4 мең һум, вазифалы шәхестәр өсөн 20-нән 40 меңгә тиклем. Юридик шәхестәр 200 меңдән 300 мең һумға тиклем штрафҡа тарттырыла. Закон боҙған кеше штрафтан тыш урман фондына килтергән зыянды ла ҡапларға тейеш. Зыян хаҡы 5000 йә унан да күберәк күләмдә иҫәпләнә икән, ғәйеплеләр енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыла. Был статья буйынса иң ҡаты яза – алты йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү.   

Подпишитесь на нас в Google Новости