Тау саңғыһы экспресы йөрөй башлай

  •  Тау саңғыһы экспресы йөрөй башлай | ГТРК «Башкортостан»
Башҡортостанда 4 декабрҙән «Урал легендаһы» - тау саңғыһы экспресы - курс йөрөшөн аса. Поезд һәр шәмбе һәм йәкшәмбе Өфө станцияһынан юлға сыға.

Киләһе шәмбе 4 декабрҙә  «Урал легендаһы» ҡала-ара поезы «Өфө – Яңы Абҙаҡ – Өфө» маршруты буйлап йөрөй башлай.

Яҡындағы бер нисә айҙа һәр шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә поезд Өфө станцияһынан сыға. Экспрестың ҡуҙғалыу ваҡыты Өфө ваҡыты менән иртәнге ете сәғәт һигеҙ минутта. Ул Дим, Өршәк, «Асы» шифаханаһы, Инйәр, Айғыр, Белорет, Яңы Абҙаҡта туҡталыш яһап көндөҙгө икенсе ете минутта барып етә. Ошо уҡ көндө өсөнсө һигеҙ минутта поезд кире йүнәлештә юлға сыға. Өфө станцияһына ҡайтып етеү ваҡыты киске 7 сәғәт 37 минут.

Куйбышев тимер юлы менән «Башкортостан ППК» АЙ-нең уртаҡ эшмәкәрлегенә ярашлы яңы графикта ҡала-ара поездың тиҙлеге 33 минутҡа көсәйтелгән. Юл арауығын тиҙерәк үтеү туҡталыштарҙың ваҡытын ҡыҫҡартыу иҫәбенә өлгәшелә.  

Танылған «Абҙаҡ» тау саңғыһы үҙәгенә тимер юлдан барып етер өсөн бар уңайлыҡтар ҡаралған. Пассажирҙарға уңайлы рельс автобустары, биобәҙрәф, спорт йыһаздарын ҡуйыр кәштәләр файҙаланыу мөмкинлеге бар. Тау саңғыһы ҡормамалдарын йөрөтөү бушлай.  «Урал легендаһы» поезына билет һатып алған осраҡта тау саңғыһы трассаһында дүрт сәғәт шыуыу ваҡытыда ски-пасс бары 900 һум тора. Поезд билеты шулай уҡ Яңы Абҙаҡ станцияһынан «Абҙаҡ» тау саңғыһы үҙәгенә һәм кире станцияға йөрөткән автобуста бушлай барыу хоҡуғын бирә.

 

Подпишитесь на наш Telegram-канал