Владимир Путин ике балалы ғаиләләрҙе торлаҡ һатҡанда НДФЛ-дан азат итте

  • Владимир Путин ике балалы ғаиләләрҙе торлаҡ һатҡанда НДФЛ-дан азат итте | ГТРК «Башкортостан»
Ике йә унан дә күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр торлаҡ һатҡанда НДФЛ-дан азат ителә. Был ҡарар 2021 йылдан уҡ ғәмәлгә инә. Президент Владимир Путин ҡул ҡуйған документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Закон ике һәм унан күберәк балалы ғаиләләрҙең фатир, йорт йәки уларҙың өлөштәрен һатҡанда алынған һәм ҙурыраҡ майҙанлы яңы торлаҡ һатып алыу өсөн файҙаланылған килемде НДФЛ-дан азат итә. Льгота 24 йәшкәсә балалары (улар көндөҙгө бүлектә уҡыһа) булған ата-әсәләргә (уллыҡҡа, ҡыҙлыҡҡа алыусыларға), шулай уҡ ҡайһы бер шарттарҙы үтәгәндә балаларға ла бирелергә мөмкин.

Тағы бер шарт — яңы торлаҡ иҫкеһен һатҡан йылда, йәки киләһе йылдың 30 апреленән дә һуңға ҡалмайынса һатып алынырға тейеш. Бынан тыш, һатыла торған күсемһеҙ милектең кадастр хаҡы 50 миллион һумдан артмауы һәм һатып алына торған торлаҡтың кадастр хаҡынан күберәк булыуы мөһим.

Шулай уҡ торлаҡты һатҡан ваҡытта күп балалы ғаилә ағзаларының береһенең дә милкендә һатып алынған майҙандың 50 процентынан артығыраҡ күләмдәге башҡа торлағы булмаҫҡа тейеш.

Был норма 2021 йылдың 1 ғинуарынан башлап фатир һатыуҙан алынған килемгә ҡарата ғәмәлдә.

Подпишитесь на наш Telegram-канал