Ҡыш Бабайҙар парады көтөлә

  • Ҡыш Бабайҙар парады көтөлә | ГТРК «Башкортостан»
Өфөлә декабрҙә Ҡыш Бабайҙар парад ойоштора. Тантаналы йөрөштә ҡатнашырға 200 әкиәт персонажы саҡырылған. Парад үҙе Ағиҙел яры буйында үтәсәк.

Был хаҡта башҡала хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығы етәксеһе урынбаҫары Ильнара Сатаева белдерҙе.  

Ҡыш Бабайҙар парады «Вьюговей» фестивале сиктәрендә үтә. Яңы йыл алдынан ойошторолған фестиваль иһә декабрҙең 15-нән 30-на тиклем дауам итә. 30 декабргә тиклем конкурстың еңеүселәрен билдәләү көтөлә.

Подпишитесь на нас в Пульс