Иғтибар үҙәгендә Балаҡатай районы

Иғтибар үҙәгендә Балаҡатай районы

Республика хөкүмәте премьер-министры эш сәфәре менән Балаҡатай районында булды. Андрей Назаров райондың социаль-иҡтисади хәле менән танышты, инвестициялар йәлеп итеү буйынса башҡарылған эштәр менән танышты. Башҡортостандың төнъяҡ-көнсығышы, республиканың Силәбе өлкәһе менән сиктәш булған Балаҡатай районы. Муниципаль биләмәлә гигант заводтар, ҙур етештереү үҙәктәре булмаһа ла, яңы цехтар асыла. Мәҫәлән, һыу ҡойоу буйынса ширҡәт. Тәүлегенә 15  тонна продукция сығарған ойошмала хәл ителмәгән төп мәсьәлә – келәттәр юҡлығы. Районды борсоған башҡа мәсьәләләр Башҡортостан хөкүмәтенең Балаҡатайҙағы күсмә ултырышында ентекле өйрәнелде. Мәҫәлән, район үҙәгендәге социаль обьекттар хәле. Районда  бассейн юҡ, әммә ул буласаҡ. Тик яңы үҙәкте тағы ла 2 йыл көтөргә кәрәк. Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров райондағы социаль сәйәсәткә иғтибары арттырыу кәрәклеген билдәләй. Тиҙ арала хәл ителергә тейешле тағы бер обьектта эштәр  тураһында айырым әйтеү фарыз. 1961-се йылда төҙөлгән урындағы дауахана күптән капиталь ремонт күрмәгән. Төп эш-уны яңыртыу ғына түгел, ә хеҙмәткәрҙә туплау. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, мәҫәлән, яңы техника һәм ҡорамалдар вәғәҙәләй.  Балаҡатайҙа һыу етештереү менән бергә, халыҡты һыу менән тәьмин итеүгә әйләнеп ҡайтайыҡ. Рафаэль Ғәлләмов кәсебе — аҡса эшләү, сауҙа итеү. Ә бына 1 миллион 200 мең кубометр һыу һыйҙырышлы Балаҡатай гидроҡоролмаһын яңыртыу стратегик әһәмиәтле. Бөгөн уның төбөн таҙартып, төрлө агрегат ҡуялар. Бәлки, киләһе яҙға, ә бәлки алдағы йәйгә Балаҡатай һыуһаҡлағысы төнъяҡ-көнсығыштағы иң ҙур яһалма күл исемен кире ҡайтарыр, тигән ышаныс бар. Хөкүмәт рәйесе Андрей Назаровтың Балаҡатайға сәфәре һәм Министрҙар кабинетының күсмә ултырышы һөҙөмтәләрен барлап тәүге йомғаҡтарҙы  иғлан итергә була. Республиканың был төбәге иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Ә Балаҡатайҙар иһә яңы маҡсаттар менән йәшәй. Район иҡтисады нигеҙе-ауыл хужалығы. Аграр секторға инвестициялар булғанда, етештереү ҡеүәте артҡанда миграция, халыҡ кәмеүе, белгестәр етмәүе тигән һүҙҙәр  ҙә һирәгерәк ишетеләсәк. 

Читайте нас в Яндекс.Дзен