Коронавирустың яңы штамы-омикрон үҙенсәлектәре

Коронавирустың яңы штамы-омикрон үҙенсәлектәре

Бөгөн Башҡортостанда коронавирус инфекцияһының таралыуын туҡтатыу йәһәтенән яңы сикләүҙәр ғәмәлгә инә. Бынан ары ҡунаҡханаларға мәкерле сиргә ҡаршы вакцинация үтеү тураһында сертификат, алты ай эсендә COVID-19 менән ауырыу йә иһә прививка яһатырға ярамауы хаҡындағы медицина белешмәһе менән генә урынлашырға мөмкин. Яңы сикләүҙәр тураһында хәбәрсебеҙ Алһыу Суфиянова сюжет әҙерләне. Ул шулай уҡ коронавирустың яңы штамы-омикрон үҙенсәлектәре тураһында ла табиптар менән аралашты. Республикала вакцинаның беренсе компонентын алыусылар 2 миллион  самаһы, тулыһынса тамамлаусылар 1 миллион 700 меңдән ашты. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан билдәләүҙәренсә, вакцина үтеүселәр короновирус сирен еңел үткәрә. Коллектив иммунитет вирустың яңы штаммына ла киң тарарлырға юл ҡуймаясаҡ.  Короновирустың яңы штаммы -Омикрон әлегә Рәсәйҙә теркәлмәгән, шулай ҙа табиптар һаҡ булырға саҡыра. Хәлһеҙлек, йөрәктең йыш тибеүе – конъяҡ Африка штаммы — Омикрондың төп симптодары, ҡәҙимге короновирус кеүек тәм дә, еҫ тә юғалмай, шуға күрә сирле тап ковид менән ауырыуын аңламауы ла ихтимал. Вирустың яңы штаммын ПЦР-тест ярҙамында билдәләп була. 28-се ноябрҙән Көнъяҡ Африканан һәм Африканың бер-нисә иленән граждандарҙың Рәсәйгә инеүе сикләнде, сикләүҙәр ҡасанға тиклем һуҙылыуы әлегә  билдәһеҙ. Башҡортостанда иһә вакцинациялау темпы арта, прививка эшләтеүселәр 82 проценттан ашҡан. Бөгөн 1 декабрҙән  “Юғары әҙерлек тураһындағы” Указға индерелгән яңы өҫтәмәләр ғәмәлгә инде. Башҡортостанда һуңғы тәүлектә короновирус йоҡтороуғың 663 осрағы теркәләгән. 34 кешенең ғүмере өҙөлгән.

Читайте нас в Яндекс.Дзен