Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың мөһим өлөшө тамам

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың мөһим өлөшө тамам

Уның йомғаҡтарын Росстат бер нисә этапта бирәсәк. Халыҡ һаны тураһындағы тәүге рәсми мәғлүмәттәр ҡасан билдәле булыр? Бөтөн халыҡ йәлеп ителгән сараларҙан кеше бер аҙ арыған. Әле генә ауыл хужалығында иҫәп алыу, һайлауҙар. Шуға ҡарамаҫтан мөһим йәниҫәп алыу кампанияһын уңышлы тамамланыҡ, ти Мәләүез районының статистика бүлеге етәксеһе. Бөгөн Рәзилә Сыңғыҙова Башҡалаға тупланған мәғлүмәттәр менән, 200 планшетты тапшырырға килгән.Республика райондарынан мәғлүмәттәр ҡабул итеү дауам итә. 10 меңгә яҡын планшеттағы яҙма Башстаттың дөйөм селтәренә күсерелә.Ә планшеттарҙағы мәғлүмәт киләһе кампанияғаса юйылмай. Киләһе этап -мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү. Был хеҙмәт Мәскәүҙә башҡарыла. Росстат төрлө сығанаҡтарҙан: иҫәп алыусының планшетынан, Дәүләт хеҙмәте порталынан һәм башҡа административ базаларҙан килгән мәғлүмәтте йәнәшә ҡуя, сағыштыра. Башстаттан хәбәр итеүҙәренсә республика халҡының 10 проценты иҫәп алыуҙа Дәүләт хеҙмәте порталы аша, 4 проценты стационар бүлектәргә килеп үткән, ҡалғаны ғәҙәттәгесә, иҫәп алыусыны өйҙә ҡабул иткән. Росстат иҫәп алыу һөҙөмтәләрен бер нисә этапта баҫтырасаҡ. Халыҡтың һаны тураһындағы тәүге рәсми мәғлүмәттәрҙе 2022-се йылдың ғинуарында беләсәкбеҙ.

Подпишитесь на нас в Google Новости