Өфөлә “Владимир Спиваков саҡыра...” Халыҡ ара фестивале тамамланды

Өфөлә “Владимир Спиваков саҡыра...” Халыҡ ара фестивале тамамланды

Ул скрипкасылар халыҡ-ара конкурсы бөтөү менән башланғайны. Маэстроны Өфө тамашасыһы һәр саҡ шулай шау-гөр килеп ҡаршылай. Дирижер таяғының өҫкә күтәрелеүе генә шарт – зал шып-шым. Концерт программаһын Владимир Спиваков үҙе һайлаған. Шостаковичтың 9-сы симфонияһы, Анатолий Лядов көйҙәре, Мусоргскийҙың “Үлем йырҙары һәм бейеүҙәре” циклы бер-бер артлы залға ағыла.“Владимир Спиваков саҡыра…” фестивале скрипкасыларҙың халыҡ-ара конкурсы бөтөү менән үк башланды. “Башҡортостан” Дәүләт телерадиокомпанияһы сараның мәғлүмәт партнеры сифатында сығыш яһаны. Шуға күрә лә конкурс барышын беҙҙең телевизор ҡараусылар ҙа күҙәтә алды. Улай ғына ла түгел, Өфөлә барған ҡыҙыҡ  бәйгене   донъяның бөтә тарафтарынан онлайн ҡаранылар.Бөйөк дирижер менән бер сәхнәлә тағы ла бер талантлы яҡташыбыҙ Роберт Юлдашев.Рәсәйҙең милли филармоник оркестры менән бергә ҡурай яңғырай. “Владимир Спиваков саҡыра…” Халыҡ-ара фестивале бишенсе тапҡыр баш ҡала тамашасыһы күңелен арбай. Бөйөк маэстро быйыл яҡташтарына онотолмаҫ музыкаль марафон менән ҡайтты.

Подпишитесь на нас в Google Новости