Ҡышҡы ямғырға аңлатма бар

  • Ҡышҡы  ямғырға аңлатма бар | ГТРК «Башкортостан»
Башҡортостанда декабрь башында ямғыр һәм ҡар яуа.

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, кесе йома, 2 декабрҙә, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Температура көндөҙ -2, +3 градус була.

Йома, 3 декабрҙә лә бер аҙ ҡар яуа, юлдарҙа ҡар, тайғаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -2, -7, аяҙытҡанда -12-гә тиклем, көндөҙ -2, +3 градус.

Шәмбе, 4 декабрҙә, төндә республикала көндөҙ урыны менән ҡар ҡатыш ямғыр яуа, юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, йүнәлешен үҙгәртеп көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеп иҫә. Һауа температураһы төндә 0, -5, көнсығышта -10, көндөҙ 0, +5 градус.

«Рәсәйҙең европа биләмәһе аша тәрән урта диңгеҙ циклоны үтә. Башҡортостан уның йылы өлөшөндә ҡалды, субтропик һауа массаһы хөкөм һөрә. Шул сәбәпле һауа температураһы ыңғай күрһәткестәргә етте. Ямғыр яуыуы ла шуға бәйле. Аҙна дауамында циклон көнсығышҡа табан юллана, Башҡортостан уның тыл яғында, һалҡынса һауа массаһы тәьҫирендә ҡала. Киләһе аҙна башында һауа температураһының түбәнәйеүе фаразлана», — тип аңлатты Башгидрометүҙәктең метеофараздар бүлеге етәксеһе урынбаҫары Светлана Положенцева

Подпишитесь на нас в Пульс