Ҡышҡы температура рекорды ҡыйратылды

  • Ҡышҡы температура рекорды ҡыйратылды | ГТРК «Башкортостан»
1 декабрҙә Өфөлә тәүгә ҡышҡы температура кимәленең антирекорды ҡуйылды. Башҡортостандың гидрометеорология үҙәгенән хәбәр иттеләр.

Өфө-Дим аэрология станцияһында һауа температураһы абсолют максимумдан артылды һәм +4,3 градус тәшкил итте. Ошондай йылы ҡыштың беренсе көнөндә әлегә тиклем 2010 йылда теркәлгән. 11 йыл элек беренсе декабрҙә 3,6 градус йылы булған.

Киләһе көндәрҙә Башҡортостанда һауа торошоноң үҙгәреүсән булыуы көтөлә. Төбәктә көндөҙ һауа температураһы нолдән юғары, төндә һалҡынайтып туңдыра. Ямғыр, ҡар, киҫкен ел юлдарҙа боҙлауыҡ барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Автомобиль йөрөтөүселәр юлда иғтибарлы булырға, тиҙлекте кәметергә, уҙыш маневрҙарын яһамаҫҡа саҡырыла.  

 

Читайте нас в Яндекс.Дзен