«Был бик мөһим»: Радий Хәбиров ялған алкоголгә ҡаршы көрәште көсәйтергә ҡушты

  • «Был бик мөһим»: Радий Хәбиров ялған алкоголгә ҡаршы көрәште көсәйтергә ҡушты | ГТРК «Башкортостан»
Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы иҫерткес эсемлек суррогаттарын етештереүсе һәм һатыусылар менән көрәште көсәйтергә ҡушты. Был хаҡта республика башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте

2021 йывлда төбәктә 15 мең литрға яҡын контрафакт спиртлы продукция тартып алынған. Тәртип боҙоусыларға дөйөм күләме 9 миллион һум штраф һалынған. Радий Хәбиров: «Законһыҙ һатыу нөктәләрен оператив асыҡлап ябырға, ә намыҫһыҙ эшҡыуарҙарҙы енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырырға кәрәк», — тип белдерҙе.

«Бер нисә йыл элек беҙ законһыҙ етештереү һәм сауҙа урындарына уңышлы рейдтар ойошторғайныҡ. Был эште тергеҙергә, кешеләрҙең ғүмерен һәм сәләмәтлеген яҡларға кәрәк. Яңы йыл байрамы алдынан иҫерткес эсемлектәр ҡулланыу арта, шуға ла мәсьәлә көнүҙәк. Күҙәтеүҙе көсәйтеү урынлы», — тине Республика башлығы.

Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев күрше өлкәләрҙә контрафакт эсемлектәрҙән зыян күреү осраҡтарын хәтергә төшөрҙө. Ырымбур өлкәһендә 63 кеше ялған алкоголь эсеп ағыуланды. Татарстанда -13, шулар араһында сығышы менән Башҡортостандан 11 кеше метанол менән ағыуланды.

Подпишитесь на нас в Пульс