Радий Хәбиров вакцина яһатҡан яҡташтарға рәхмәт белдерҙе

  • Радий Хәбиров вакцина яһатҡан яҡташтарға рәхмәт белдерҙе | ГТРК «Башкортостан»
Кесаҙна Башҡортостан Башлығы коронавирусҡа бәйле хәл буйынса оператив штаб ултырышын үткәрҙе.

Башҡортостанда 2 миллиондан ашыу кеше коронавируслы инфекцияға ҡаршы прививка эшләткән. 2 003 946 кеше вакцинаның тәүге компонентын алған. Бөгөнгә пландың 80 проценты үтәлгән. Әммә коллектив иммунитет булдырыр өсөн тағы 480 мең самаһы кешегә прививка яһау талап ителә.

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге яҙмаһында эште дауам итергә, барлыҡ санитар нормаларҙы һәм ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә кәрәклеген билдәләне.

«Үҙҙәренең һәм тирә-йүндәгеләрҙең һаулығына яуаплы мөнәсәбәттәрен күрһәткән яҡташтарыбыҙға ҙур рәхмәт. Вакцинация һәм ҡағиҙәләрҙе үтәү һөҙөмтәһендә Башҡортостанда үлем осраҡтарының кәмеүе күҙәтелә. Хәл шулай уҡ ковид өсөн койка фондын 8 000 урындан 2 985-кә ҡалдырырға мөмкинлек бирҙе. Урындарҙы беҙ башҡа сирҙәрҙе дауалау өсөн бушаттыҡ. Һаулығығыҙҙы һәм яҡындарығыҙҙың ғүмерен һаҡлағыҙ», — тип яҙҙы республика етәксеһе.

Подпишитесь на наш Telegram-канал