Инвалидтарға бушлай белешмә бирелә

  • Инвалидтарға бушлай белешмә бирелә | ГТРК «Башкортостан»
3 декабрь — Халыҡ-ара инвалидтар көнө – ошо уңайҙан Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сиклеләргә Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә бушлай белешмә алырға мөмкин.

Үҙәк хеҙмәткәрҙәре уларҙы инвалид балаларҙы реабилитациялауға, реабилитациялауҙың техник сараларына сертификат алыу мәсьәләләре буйынса белешмә бирә, шулай уҡ инвалидтарға юридик хеҙмәттәр күрһәтә.

Белешмә алыу теләге булһа Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең «ҡыҙыу линия» телефоны буйынса яҙылырға була: 8-800-775-00-14.

«Бынан тыш, Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәге белгестәре инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыуға бәйле һорауҙарға яуап бирә, квоталар, льготалар һәм гарантиялар хаҡында һөйләй, шулай уҡ актуаль вакансиялар менән таныштыра. 251-51-55, 276-71-86 телефондарына көндөҙгө сәғәт 3-тән 5-кә тиклем шылтыратырға кәрәк», — тип белдерҙеләр башҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

Подпишитесь на наш Telegram-канал