Тәбиғәт парктары һәм һаҡланған биләмәләр хәҙер интерактив картала

  • Тәбиғәт парктары һәм һаҡланған биләмәләр хәҙер интерактив картала | ГТРК «Башкортостан»
Башҡортостандың Тәбиғәт парктары дирекцияһы сайтында республиканың махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең интерактив картаһы барлыҡҡа килде.

Интерактив картала Башҡортостандың махсус һаҡланыштағы барлыҡ тәбиғәт биләмәләренең: төбәк заказниктарының, тәбиғәт парктарының, тәбиғәт һәйкәлдәренең, шулай уҡ өс федераль ҡурсаулыҡтың, бер милли парктың сиктәре билдәләнгән.

Башҡортостан Республикаһының Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы етәксеһе Салауат Нафиҡов һүҙҙәренсә, картала махсус биләмәне еңел генә табырға, район, объекттың дәрәжәһе һәм майҙаны тураһында тулы мәғлүмәт алырға, махсус һаҡ аҫтындағы биләмәнең сайтына күсергә мөмкин. Бынан тыш, картала Уралдың иҫтәлекле урындары, республиканың тәбиғәт ресурстары хаҡында мәғлүмәттәр бар.

Бүлек Рәсәйҙең «Һунарсы картаһы» һунарсылыҡ хужалығы геопорталының ярҙамы менән булдырылған.

Подпишитесь на нас в Google Новости