Киҙеү һәм киҫкен вируслы инфекция тарала

  • Киҙеү һәм киҫкен вируслы инфекция тарала | ГТРК «Башкортостан»
Республикала грипп һәм киҫкен респиратор вируслы йоғошло сир осраҡтары йышайҙы, эпидемиологик сик 14,4% артҡан.

Миҙгелгә хас йоғошло ауырыуҙар һәм грипп менән сирләгәндәр иҫәбе артыуы тураһында Роспотребнадзорҙың Башҡортостан идаралығы хәбәр итте.

Өлкәндәр араһында сирлеләр күп, бынан алдағы аҙна менән сағыштырғанда ауырыуҙарҙың һаны 16,2% артҡан..

19-25 ноябрҙә республикала грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 22 130 осрағы теркәлгән. Шул иҫәптән балаларҙа – 10 789 осраҡ, был сирлеләрҙең дөйөм һанынан 48,7%.

Подпишитесь на нас в Пульс