Ҡоралыңды тапшыр һәм тыныс йоҡла

Тулыраҡ: Ҡоралыңды тапшыр һәм тыныс йоҡла

Башҡортостан Хөкүмәте законһыҙ һаҡланған ҡорал һәм боеприпастарҙы үҙ ирке менән тапшырған өсөн граждандарҙы бүләкләү күләменә үҙгәрештәр индерҙе. Тейешле ҡарар республиканың хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Хәрби ҡоралдың бер берәмеге өсөн 10 мең һумдан 25 мең һумғаса бүләкләү ҡаралған. Мәҫәлән, пистолет йәки револьвер өсөн — 10 мең һум, миномет, гранатомет йәки пулемет өсөн — 25 мең, автомат өсөн — 20 мең, винтовка йәки карабинға 15 мең һум билдәләнгән. Исемлектә шулай уҡ ҡулдан яһалған ҡорал, боеприпастар, шартлатҡыс матдәләр һәм шартлатыу ҡорамалдары бар. Йөҙ грамм тротил һәм аммонит өсөн — биш мең, патрондың бер данаһы өсөн 30 һум түләнә.