Башҡортостанда 2022 йылдың 1 ғинуарынан йән башына йәшәү минимумы 11 мең 99 һумдан билдәләнде. 2021 йыл менән сағыштырғанда ул 700 һумға күберәк. Эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы — 12 мең һум, пенсионерҙарға — 10 мең 431 һум, балаларға 10 мең 679 һум. Башҡортостан Хөкүмәтенең тейешле ҡарары рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Был 2022 йылдың 31 декабренә тиклем ғәмәлдә. Былтыр йән башына йәшәү минимумы — 10 мең 397 һум, эшкә һәләтле халыҡ өсөн —11 мең 333 һум, пенсионерҙарға — 9 мең 845 һум, балаларға 10 мең 329 һум ине.
Башҡортостанда йәшәү минимумы билдәләнде
Башҡортостанда йәшәү минимумы билдәләнде