Ваҡыт ҡәҙерен белгән үҫмер

Ваҡыт ҡәҙерен белгән үҫмер.

Өфө егете, 12 йәшлек Алан Хажиев Рәсәйҙә иң йәш сәғәт төҙәтеүсе, коллекционер. Сәғәттәрҙе 4 йәшенән һүтеп- йыйырға өйрәнгән. 5 йәшендә ата-әсәһе сәғәт йүнәтеү өсөн махсус ҡорамалдар һатып алырға мәжбүр була уға. Алан Хажиевтың коллекцияһында 600-ҙән артыҡ сәғәт. Был тылсымлы тауышлы немец сәғәтен уға Әстерхан өлкәһенән тәҡдим итәләр. Ресторан ябылғас, ул ташландыҡ хәлдә ҡала. Иҙәндә торғандары, ҡул сәғәттәре, будильниктар, иҫкеләре, беҙҙең замандағылары... 12 йәшлек Алан Хажиев Рәсәйҙәге иң йәш сәғәт төҙәтеүсе, коллекционер. Федераль каналда барған проекттарҙа ҡатнашҡандан һуң уға почта бүлексәһенә көндә тиерлек йөрөргө тура килә. Сәғәттәрҙе Рәсәйҙең ниндәй генә төбәгенән ебәрмәйҙә. Сәғәттәрҙе йүнәтеп кенә ҡалмай улар тураһындағы тарихты сәғәттәр дауамында һөйләргә әҙер Алан. Ошо көндәрҙә ул үҙенең күргәҙмәһен асты. Оҫтаның коллекцияһын 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы музейында күрергә мөмкин. Немец, Швецария, француз сәғәттәре... төрлөһө төрлөсә текелдәгән сәғәттәр араһында Аландың үҙе эшләгәндәре лә бар. Мәҫәлән, ике төрлө ваҡытты күрһәткәне - Камчаткалағы ағаһына уңайлы ваҡытта шылтыратыу өсөн. Күргәҙмәлә Юрий Гагарин сәғәтенең күсермәһен күрергә була. Читанан генерал ҡатыны иҙәнгә ҡуйыла торған сәғәт ебәрә. Тап шундай сәғәт Леонид Брежневтың эш кабинетында торған. Диңгеҙ хронометры күргәҙмәләге иң ҡиммәтле сәғәт. Уның хаҡы 1 мил.200 мең һум. Механизмының нигеҙе алтындан, рубиндан һәм алмаздан тора.