Өфөлә цифралы медицина институты барлыҡҡа килде

Өфөлә цифралы медицина институты барлыҡҡа килде

Медицина заман талаптарына яраҡлашыуын дауам итә. Өфөлә цифралы медицина институты барлыҡҡа килде.  Табиптарҙы яңыса әҙерләүсе уҡыу үҙәген асыу тантанаһында Радий Хәбиров ҡатнашты. Белем биреү йорттары, дәүләт ведомстволары, ҙур коммерция компанияларының интеллектуаль, технологик һәм инфраструктура мөмкинлектәрен берләштереүҙе маҡсат иткән институт өсөн сиктәр юҡ. Виртуаль ысынбарлыҡҡа айырым бина кәрәкме һуң, тигән һорау ғына тыуа.Медициналағы заманса цифра продуктын ҡороу һәм ғәмәлгә индереү өс өлөшкә бүленгән. Идара итеүсе блок мәғлүмәт туплау, ҡаҙаныштарға баһа биреү, ә бының өсөн Эксперттар советын төҙөү, проекттарҙы бойомға ашырырға партнерҙар табыу һәм асыштарҙы ғәмәлдә ҡулланыу сараларын күреү менән шөғөлләнә. Медицина блогы – экспертиза, инженер блогы — аналитика йөкләмәләрен үҙ иңенә ала. Цифралы медицина институты Башҡорт дәүләт медицина университетының үткән йылдың декабрендә төҙөлөп бөткән өр-яңы 8-се корпусында асылды. Өс ҡатлы бинаның дөйөм майҙаны өс мең квдрат метрға яҡын. Бында цифралы медицина институтынан тыш ҙур лекция залы һәм биология кафедраһы урынлашҡан. Бинала бер юлы халыҡ-ара лекциялар барырға, “Киләсәк медицинаһы” сиктәрендә мәктәп олимпиадалары үтергә, студенттар өсөн уҡыу күнекмәләре ойошторолорға мөмкин. Фәнзил Ғәйнетдинов – дауалау факультетының беренсе курс студенты. Хирург йә анестизиолог булырға хыяллана. Буласаҡ табип әлегә медицина фәндәрен виртуаль өйрәнеүгә ҡарағанда күҙгә-күҙ аралашыуҙы хуп күрә. Цифралы медицина иһә тармаҡ үҫеше дәлиле. Башҡорт дәүләт медицина университеты төбәктә һаулыҡ һаҡлау һәм фармацевтика өлкәһе өсөн белгестәр әҙерләүсе алдынғы уҡыу йорто. 90 йыл эсендә ул донъяның 120 илендә дипломы танылған тиҫтәләгән мең табип әҙерләп сығарған. Медицина университеты бөгөн халыҡ-ара танылыу яулай. Сит ил фәнни һәм белем биреү үҙәктәре менән берҙәм ғилми проекттарҙы бойомға ашыра.Республика башлығы Башҡорт дәүләт медицина университеты коллективын тәбрикләп студенттар һәм фәнни хеҙмәткәрҙәргә яңы асыштар, яңы үрҙәр, яңы еңеүҙәр теләне.

Подпишитесь на нас в Google Новости