Иңкештәр килә ярҙамға

Иңкештәр килә ярҙамға

Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгестәре эшсе иңкештәр үрсетә башлаған. Беренсе  иңкеш балалары Яңы йыл алдынан ғына тыуған. Хәҙер уларҙың һаны 100-гә  еткән.  Гөлдәр Сибәғәтуллина  иңкештәр менән күптән уртаҡ тел тапҡан. Ул  ҡорттарҙы лаборатория шарттарында үрсетеү менән мәшғүл. Эш  ҡатмарлы, әммә мауыҡтырғыс. Иңкештәр ауыл хужалығында алыштырғыһыҙ ярҙамсылар, улар  иң тырыш һәм яуаплы һеркәләндереүселәр, ти ҡыҙ. Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгестәре беренсе иңкештәрҙе илдең  төрлө төбәктәренән алып ҡайтҡан.  Ноябрҙә башланған эш күптән түгел һөҙөмтәһе менән ҡыуандырған. Инә  иңкештең   балалары донъя күргән. Был эшсе ҡорттарҙы киләсәктә ауыл хужалыҡтары баҫыуҙарҙы һеркәләндереү өсөн ҡулланасаҡ. Инкештәр  тырышлығы менән бал ҡорттарын да уҙҙыра. Талымһыҙ бөжәктәр көндөң яҡтырғанын, һауа торошоноң көйләнгәнен дә  көтөп тормай, эшкә сығып оса.  Белгестәр әйтеүенсә, помидор. баклажан, борос, баҡса, ҡурай еләге, үрсетеүҙә иңкештең роле алыштырғыһыҙ. Тап ошо емеш-еләк сәскәләрен иңкеш кенә һеркәләндерә ала. Иң мөһиме, иңкештәр өсөн тәбиғи шаттар тыуҙырыу, ти Гөлдәр Сибәғәтуллина  Шуға ла лабораторияла  йылы һәм дымлы.  Иңкештәрҙе аҙнаһына ике тапҡыр ашатыу ҙа етә.  Шәкәрле һыу, сәскә  һеркәһе — тырыш бөжәктәр татлы ризыҡ ярата.  Инә һәм ата ҡорттарҙың һәр-береһенең айырым бүлмәләре. Ваҡыт етеү менән уларҙы парлаштырылар. Ә был һыуытҡыста инкештәр йоҡоға һалынған. Лаборатория хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, был бик мөһим һәм көрөкле процесс, унһыҙ булмай. Иңкештәр ҡышын йоҡларға тейеш. Йоҡо өсөн иң ҡулай температура 4-4 градус. Был ҡорттар 31 декабрь йоҡоға һаынған, бер айҙан уларҙы уятырға ла мөмкин. Көс туплаған инә ҡорттар  сәләмәт тоҡом баҫтырып сығарырға әҙерләнә.  Ә бына был иңкеш ғаиләһен  бер айҙан  йылытҡысҡа оҙатырға мөмкин.  Тап ошо тырыш бөжәктәр ярҙамында аграрийҙар мул уңышҡа өмөт итә ала. Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгестәре беренсе иңкештәрҙе февраль-март айҙарында эшкә оҙатырға ниәтләй.

Подпишитесь на нас в Google Новости