Башҡортостанда «омикрон» штамы теркәлде

  • Башҡортостанда «омикрон» штамы теркәлде | ГТРК «Башкортостан»
Башҡортостанда «омикрон» штамын йоҡтороуҙың өс осрағы теркәлгән.

Роспотребнадзорҙан хәбәр итеүҙәренсә, коронавирустың яңы төрө Өфө аэропортына килеп төшкән туристарҙа табылған. Ике кеше Танзанияла, Ырымбурҙа йәшәгән ханым ейәндәре менән Төркиәлә ял иткән. «Омикрон» йоҡторған сирлеләр дауаханаға оҙатылған, уларҙың хәле ҡәнәғәтләнерлек.

Сирлеләр менән аралашҡан кешеләрҙең бөтәһе лә, шул иҫәптән рейс пассажирҙары, пилоттар һәм ғаилә ағзалары изоляцияла. Барыһын да табиптар күҙәтеүгә алған.

Уларға көн һайын коронавирус инфекцияһына тест үткәрелә.

«Прививка яһатырға һәм коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү сараларын үтәргә кәңәш итәбеҙ», — тип белдерҙеләр Роспотребнадзорҙа.

Яңы омикрон штамы Рәсәйҙең 13 төбәгендә асыҡланған

Подпишитесь на наш Telegram-канал