«Йылы Өфө» колл-үҙәге Ситуация үҙәгенә әйләнде

  • «Йылы Өфө» колл-үҙәге Ситуация үҙәгенә әйләнде | ГТРК «Башкортостан»
Өфө хакимиәте башлығы Сергей Грековтың ҡушыуы буйынса «Йылы Өфө» колл-үҙәге 1 ғинуарҙан Граждандарҙы яҡлау идаралығының диспетчер хеҙмәте базаһындағы Ситуация үҙәге итеп үҙгәртелде. Ошо хаҡта мэриялағы оператив кәңәшмәлә хәбәр ителде.

Өфө оператив штабының көҙгө-ҡышҡы осорҙа торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһының эше буйынса ҡала колл-үҙәге былтыр сентябрҙә эш башлағайны. Бында башҡала халҡы фатирҙарҙы йылы менән тәьмин итеү, артыҡ йылытыу, йылылыҡ өсөн түләү һәм башҡа мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итә.

Хәҙер колл-үҙәк халыҡтан йәмәғәт транспорты, сүп-сарҙы ваҡытында сығарыу мәсьәләләре буйынса ла шылтыратыуҙар ҡабул итә башлай.

 

“Эш башланғандан алып «Йылы Өфө» колл-үҙәге хеҙмәткәрҙәре 20 меңдән ашыу мөрәжәғәт теркәгән”, — тип белдерҙе Өфө хакимиәтенең ҡала йәшәйешен тәьмин итеү идаралығы етәксеһе урынбаҫары Антон Тристан.

8 (347) 277-09-11 телефонынан тыш, мөрәжәғәттәр @Ufahotbot  телеграм-боты ярҙамында, «Йылы Өфө» һәм «Ҡарлы Өфө» сервистарында муниципалитет сайты аша ҡабул ителә.

 

Читайте нас в Яндекс.Новостях