Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа яҙғы сессия башланды

  • Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа яҙғы сессия башланды | ГТРК «Башкортостан»
Башҡортостан парламенты рәйесе Константин Толкачев даими һөнәри нигеҙҙә эшләгән депутаттар менән эшсе кәңәшмә үткәрҙе.

Был йыйылыш, ғәҙәттә, сираттағы сессияға башланғыс бирә. Парламент спикеры депутаттарҙың көҙгө сессия барышындағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны һәм киләһе яртыйыллыҡҡа бурыстарҙы билдәләне.  

“Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың яҙғы сессияла закондар сығарыу эше программаһы билдәләнгән. Депутаттар республика закондарының 50-гә яҡын проектын тикшерергә ниәтләй”, – тине Константин Толкачев.

– Эш барышында уларҙың ғәмәлдәге иҫәбе артыуы мөмкин.  Яҙғы сессияға билдәләнгән программаға шулай уҡ “Рәсәй Федерацияһының йәштәр сәйәсәте тураһында”ғы федераль законына үҙгәрештәр индереү тураһында закон проекты индерелгән. 

Подпишитесь на нас в Google Новости