“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” дәрәжәһе өсөн ярыш бара

  • “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” дәрәжәһе өсөн ярыш бара | ГТРК «Башкортостан»
Башҡортостанда “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсы башланды. Республика кимәлендәге сара быйыл икенсе тапҡыр ойошторолдо. Конкурс “Етегән” байрамы сиктәрендә үтә.

Бәйгенең төбәк этабы онлайн-форматта республиканың ете —  Мәләүез, Туймазы, Тәтешле, Салауат райондарында һәм Сибай, Нефтекама, Өфө ҡалаларында бара. Баһалама ағзалары ғаиләләрҙең ижади мөмкинлектәрен танытҡан видеороликтар буйынса 2022 йылдың 10 февраленә финалистарҙы билдәләй.

Был этапты үткән 21 ғаилә республика турында ярышасаҡ. “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе”н жюри 2022 йылдың 1 мартында “Етегән” башҡорт байрамы – ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә иғлан итәсәк.

Читайте нас в Яндекс.Новостях