Вакциналау буйынса лидерҙар асыҡланды

  • Вакциналау буйынса лидерҙар асыҡланды | ГТРК «Башкортостан»
Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы COVID-19-ҙан вакциналау кимәле буйынса алдынғы муниципалитеттарҙы билдәләне. 54 райондың 21-ендә бөгөнгә маҡсатҡа ярашлы күрһәткес пландың 100-ҙән 127 процентын тәшкил итә. Ошо хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

«28 районда вакциналарға тейеш халыҡтың 80-дән 99 процентҡа тиклеме прививка яһатҡан. Республиканың 9 муниципалитетында вакцинация кимәле 72 проценттан 79 процентҡа тиклем, ә биш төбәктә вакцинация күрһәткестәре түбән. Улар Белорет һәм Бөрө райондары, Сибай һәм Октябрьский, шулай уҡ Межгорье ҡалалары», — тип белдерҙеләр министрлыҡта.

Мәғлүм булыуынса, әлеге ваҡытта вакцинация — COVID-19 сире таралыуҙы иҫкәртеүҙең иң һөҙөмтәле ысулы.

Читайте нас в Яндекс.Новостях