Башҡортостанда «омикрон» штамын йоҡтороуҙың өс осрағы теркәлгән

Башҡортостанда «омикрон» штамын йоҡтороуҙың өс осрағы теркәлгән

Коронавирустың яңы төрө Өфө аэропортына килеп төшкән туристарҙа асыҡланған. Уларҙың икәүһе — Танзанияла, Ырымбурҙа йәшәгән ханым ейәндәре менән Төркиәлә ял иткән. «Омикрон» йоҡторған сирлеләр дауаханаға оҙатылған. Улар менән бәйләнештә булғандарҙың бөтәһе лә, шул иҫәптән рейс пассажирҙары, пилоттар һәм ғаилә ағзалары табиптар күҙәтеүендә изоляцияла ултыра. Уларға көн һайын коронавирус инфекцияһына тест үткәрелә. Омикрон штамы Рәсәйҙең 13 төбәгендә асыҡланған.

Подпишитесь на наш Telegram-канал