Башҡаланы ҡар баҫты

Башҡаланы ҡар баҫты

Өфөнөң коммуналь хеҙмәттәре  ҡар яуыу эҙемтәләре менән көрәшә. Быйылғы ҡыш башҡала урамдарынан ярты миллион тонна ҡар сығарылған. Быйыл ҡар былтырғыға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк.  Өфөләге берҙән бер ҡар иретеү пункты тулы ҡеүәтенә эшләй. Бында тәүлегенә бер мең тоннанан ашыу ҡар иретә.  Ҡарҙы иретеү барышында сүп-сар һәм ҡом айырыла, һөҙөмтәлә канализация коллекторҙары  бысранмай һәм тығылмай. Иретеү пунктынан тыш, ҡалала ҡар сығарыу өсөн ҡулайлаштырылған  ете махсус полигон да бар. Өфөнөң һәр районында үҙ полигоны. Эш ҡар яуа башлағас та, октябрь-ноябрь айында уҡ башлана ла һуңғы яҙға тиклем дауам итә, ти Өфөнөң коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, Өфөлә  ҡар былтырғыға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк яуған. Шуға күрә,  коммуналь хеҙмәттәр көсөргәнешле режимда эшләһә лә, юлдарҙы таҙартып өлгөрмәй. Дим районының был полигонына ғына көнөнә алтмыш КАМАЗ ҡар бушатыла. Былтырғы менән сағыштырғанда иһә ун мең кубҡа күберәк, ти белгестәр. Башҡортостан синоптиктары ғинуар аҙаҡтарында, февралдә лә күпләп ҡар яуыуы тураһында иҫкәртә. Шуға ла торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәренә артабан да көсөргәнешле режимда эшләргә тура килсәк.

Подпишитесь на наш Telegram-канал