Юғалған йолаларҙы тергеҙеп

Юғалған йолаларҙы тергеҙеп

Өфөнөң иппотерапия үҙәгендә “Ир баланы атҡа атландырыу” йолаһы уҙғарылды. Дүрт йәшен тултырған малайҙар атта йөрөп, казактар сафына баҫты. “Ир баланы атҡа атландырыу” йолаһы доға ҡылыуҙан башлана. Был иң мөһим  шарттарҙың береһе. Сараға бөтәһе биш малай йыйылған. Улар ата-әсә ризалығы менән казактар рәтенә баҫа. Был йоланы башҡарыу өсөн сараға Иглин, Өфө райондарынан килгәндәр. Ысын ир булыр өсөн малайҙарға һыбай йөрөп, бер нисә һынау үтергә кәрәк. Билдәле булыуынса, был йоланың төп символы-ат. Үҙәктә бөтәһе ун туғыҙ ат тәрбиәләнә, шуларҙың берәүһе йола өсөн һайланып алына. Сараны ойоштороусылар уның тыныс булыуына иғтибар итә.“Атҡа атландырыу” йолаһы элек даими үткәрелеп килгән. Дүрт йәшен тултырған малайҙы һыбай йөрөтөү-уның үҙаллы, ысын ир икәнен аңлата. Ете йәшлек Владислав Фирстов, мәҫәлән, беренсе тапҡыр атҡа менгән. Әгәр ҙә бала малдан ҡурмай, иламай, уның өҫтөнән осоп төшмәй икән-тимәк ул тыуған илен һаҡлай аласаҡ, тип юрағандар. Һыбайлының атаһы сара барышында улына кәңәштәрен еткерә.Яланды өс тапҡыр урап үткәс, ир бала әсәһенә уң аяғында тубыҡланып тора, ә әсә үҙ фатихаһын бирә. Шул ваҡытта малайҙың ысын ир-егет булыуын иҫбатлап, атаһы бүләккә ҡорал тапшыра.    Әле республикала биш йөҙҙән ашыу казак бар. “Ир баланы атҡа атландырыу” йолаһын һаҡлап ҡалыу һәм тергеҙеү-төп маҡсаттарҙың береһе, ти ойоштороусылар.

Подпишитесь на нас в Пульс