Бөгөн Рәсәйҙә иҫке стиль буйынса Яңы йыл билдәләнә

Бөгөн Рәсәйҙә иҫке стиль буйынса Яңы йыл билдәләнә

Был дата күптәр өсөн әһәмиәтле, шуға ла уны байрам итеү күркәм йолаға әүерелгән. Бүләктәр тапшырып өлгөрмәгәндәр өсөн дә тағы ла мөмкинлек тыуа.  Өфөлөләр бүләктәргә яҡынса ун мең самаһы аҡса китә, ти. Бүләктең ниндәйе генә түгел, нисек бүләк итеүеле лә әһәмиәтле. Бигерәк тә, балалар өсөн теләп алған әйберҙәрен Ҡыш бабай тапшырһа, икеләтә ҡыуаныслы. Әйткәндәй, быйыл кескәйҙәр Ҡыш бабайҙан металл эҙләүсе ҡорамал, планшет, смартфон һәм йәнһүрәттәрҙәге уйынсыҡтарҙы бүләк итеүҙе һораған.  

Читайте нас в Яндекс.Новостях