Ер шары буйлап мәкерле сир - коронавирустың яңы штамы “омикрон” тарала

Ер шары буйлап мәкерле сир - коронавирустың яңы штамы “омикрон” тарала

Әле үк табиптар уның менән бик күп кеше ауырыясаҡ, тип иҫкәртә. Омикрон башҡа штамдарға ҡарағанда, 4-7 тапҡырға тиҙерәк тарала. Хатта унан битлектәр ҙә ҡотҡара алмаясаҡ. Йөрәге, үпкәләре, бауырҙары ауырыусыларға ул айырыуса ҡурҡыныс тыуҙыра. Шуға ла табиптар кеше күп йөрөгән урындарҙа мотлаҡ социаль дистанция һаҡларға, аралашыуҙарҙы сикләргә саҡыра. Күҙаллауҙар буйынса, ике-өс аҙнанан омикрон менән ауырыусылар күбәйә башлар, тип көтөлә. Башҡортостанда коронавирустың яңы төрө Өфө аэропортына килеп төшкән туристарҙа асыҡланғайны. Уларҙың икәүһе-Танзанияла, Ырымбурҙа йәшәгән ханым ейәндәре менән Төркиәлә ял иткән.

Подпишитесь на нас в Пульс