“Омикрон” хәүефе сәбәпле мәктәптәрҙә медицина инспекторҙарының эше ойошторолдо

“Омикрон” хәүефе сәбәпле мәктәптәрҙә медицина инспекторҙарының эше ойошторолдо

Бала көйһөҙләнеп тора икән, өйҙә ҡалыуы хәйерлерәк. Уҡыусылар өсөн онлайн әллә оффлайн уҡыу уңайлымы? Өфөнөң 161-се лицейы уҡыу йылының икенсе яртыһына балаларҙы ҡабул итеүгә етди әҙерләнгән. Ингән урында уҡытыусылар үҙҙәре ковидҡа ҡаршы инспектор булып эшләй. Көндөң беренсе яртыһында улар белем биреү учреждениеһына инеүселәрҙең температураһын тикшерһә, икенсе яртыһында белем бирергә ашыға. Рима Йәһүҙинә, мәҫәлән, һөнәре буйынса башланғыс класстар уҡытыусыһы.Каникул осоронда  лицейҙың ашханаһы, бүлмәләре, коридоры барлыҡ санитар-эпидимиологик талаптарға яуап бирерлек итеп эшкәртелгән. Коронавирус, киҫкен респиратор вирус инфекцияһына юл ҡуймау өсөн учреждение хеҙмәткәрҙәре бер нисә ҡағиҙәне теүәл үтәй.  Тәнәфес ваҡытында дәрес башланыр алдынан уҡытыусы парталарҙы дезинфекциялап сығырға тейеш. Бының өсөн һәр береһенең антисептигы бар. Был иң мөһим эштәрҙең береһе булып һанала.Лицейҙа бөтәһе 2 мең 406 уҡыусы белем ала. Улар ике сменала уҡый. Һәр класс бер бүлмәгә теркәлгән, лаборатор эштәр башҡарғанда ғына улар кабинетты алыштыра ала. Уҡытыусы һәм балаларҙың күбеһе, уҡыу учреждениеһына йөрөп уҡыу яҡлы.Ниндәй ҙә булһа класстың 20 проценты ОРВИ менән ауырыған осраҡта бөтә уҡыусылар ҙа карантинға ебәрелә, ә короновирус менән сирләгән ваҡытта бөтә класс шундуҡ онлайн уҡыуға күсә. Декабрь айында бындай осраҡтар теркәлде, ти мәктәп директоры. Роспотребнадзор мәғлүмәте буйынса, әле коронавирус һәм грипп ауырыуҙарының кәмеүе күҙәтелә. Шулай ҙа белем биреү учреждениеларында санитар-эпидимологик талаптар һаҡлана.

Подпишитесь на нас в Пульс