Иглин районында “Колядка килде” фольклор байрамы гөрләне

Иглин районында “Колядка килде” фольклор байрамы гөрләне

Православ христиандарының изге көндәре дауам итә — руханиҙар Христосты данлай, колядка йырлай. Иглин районында “Колядка килде” фольклор байрамы гөрләне. Шау-шыу, күңелле һәм сағыу тауыштар. Байрамда ҡатнашыусылар төрлө хайуандар булып кейенгән, баштарында битлектәр. Улар өйҙәр буйлап йөрөй һәм ҡунаҡсыл хужаларға бәрәкәтле, бәхетле тормош теләй.Һәр йортта йыр яңғырай. Әйенселәр тәмлекәстәр өсөн моҡсайҙарын йөрөтә. Ә һыйҙарҙың төрлөлөгө… Йомартлыҡ күрһәтеп, хужалар йорттарына боллоҡ, муллыҡ йәлеп итергә тырыша. Ишек асмағандарға бағышлап төртмә йырҙар яңғырай. Шаяртып этлек эшләүҙәре лә бар: балаҫтарҙы урамға йәйеү, һауыт-һабаны таратып һалыу, хатта һарайҙағы малды ҡыуып алып китеү ҙә килешә.Коляда Рәсәйҙә христиан дине барлыҡҡа килгәнгә тиклем үк үткәрелгән. Ә аҙаҡ мәжүсилек йолаһы Иисус Христостың тыуыуын билдәләүгә тура килгән.Колядка үткән быуаттың башында уҡ киң билдәле булған. Ил ҡоролошо үҙгәреү менән уны халыҡ онота башлаған. Бөгөн уларҙы бөртөкләп тиерлек йыйып тергеҙәләр – барыһы ла киләсәк быуын өсөн. Уйындарға ла шуға күрә балаларҙы күпләп ҡатнаштырырға тырышалар. Охлебининдағы Раштыуа колядаһында ҡатнашусылар йылдан-йыл арта. Башта ауыл халҡы менән генә ойошторһалар, быйыл ул республика кимәлендә, “Халыҡ календары” VII халыҡ-ара фестиваль-лабораторияһы сиктәрендә үтте һәм Баҡалы, Архангель, Мәсетле һәм башҡа район коллективтарын берләштерҙе.Коляда – урыҫтарҙың ғына түгел, ә барлыҡ славян халыҡтарының иң сағыу байрамдарының береһе.Ул Раштыуала башлана һәм Керәшен байрамына тиклем дауам итә. Йолаға ярашлы коляда мул өҫтәл артында тамамлана.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте