Кәрим Хәкимовҡа һәйкәлдең иң яҡшы проекты конкурсы дауам итә

Кәрим Хәкимовҡа һәйкәлдең иң яҡшы проекты конкурсы дауам итә

Өфөлә Башҡортостанда тыуып үҫкән совет дипломаты Кәрим Хәкимовҡа һәйкәлдең иң яҡшы проекты конкурсы дауам итә. Һәйкәлде В.И.Ленин исемендәге парк, Совет һәм Туҡай урамдары киҫелеше янында ҡуйыу ҡарала. Кәрим Хәкимов – легендар шәхес, йәш Совет Республикаһы һәм ғәрәп-фарсы донъяһы араһында тығыҙ мөнәсәбәттәр булдырыуға тос өлөш индергән күренекле совет дипломаты. Совет иленең ғәрәп илдәрендәге беренсе тулы хоҡуҡлы вәкиле. Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар, проекттар, аңлатмалы яҙыуҙар, график материалдар һәм смета-финанс иҫәп-хисабы 2022 йылдың 4 апреленә тиклем «Рәсәйҙең рәссамдар союзы» Бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы төбәк бүлексәһендә ҡабул ителә.

Подпишитесь на нас в Пульс