Әлеге ваҡытта 4 276 пациент дауалана, уларҙың 412-һе — өйҙә, 164-е —дауаханала. 46 пациент ҡаты сирләй, интенсив терапия палатаһында дауалана. Тәүлек эсендә — 277, йәмғеһе 117 474 пациент дауахананан һауығып сыҡҡан.
Инфекциянан йәнә һигеҙ үлем осрағы теркәлгән. Пандемия башланғандан алып республикала 4 611 кешенең ғүмере өҙөлгән, уларҙың 4015-е — 60 йәштән өлкән.
Башҡортостанда вакцинация дауам итә. Бөгөнгә 2 153 357 кеше прививканың ике компонентын да алған (86,7 процент). Ә 258 819 яҡташыбыҙ прививкаһын яңыртҡан.