Өфөлә алданған 23 өлөшсө оҙаҡ йылдар көткән фатир асҡыстарын алды

Өфөлә алданған 23 өлөшсө оҙаҡ йылдар көткән фатир асҡыстарын алды

Энгельс урамындағы ете ҡатлы йорт үткән йылдың аҙаҡҡы көндәрендә файҙаланыуға тапшырылғайны. Асҡыстар тапшырыу тантанаһында төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусы хоҡуҡтарын яҡлау фонды генераль директоры ҡатнашты. Ошо уҡ көндө Константин Тимофеев Республика башлығы, хөкүмәт һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре менән дә осрашты. Энгельс урамы, алтынсы йорт. Тиҫтә йылға яҡын төҙөлөп, ниһайәт, фатир хужаларын ҡабул иткән бинаның хәҙер почта адресы ла теркәлгән. Бүлмәләр киң, яҡты, бар йыһаздар ҡоролған. Һөйөнөп йәшә генә. Оҙаҡ йылдар алданған өлөшсө дәрәжәһенә күнгән кешеләрҙең күңеле ниҙәр кисерә икән. Проблемалы төҙөлөштө тамамлау тураһындағы ҡарарҙы 2020 йылдың июнендә өлөшсөләр мәнфәғәтен яҡлау Фондының күҙәтеү советы ҡабул итә. Эштәрҙе Башҡортостан төбәк фонды башҡара.  Был Башҡортостанда федераль фонд менән республика хөкүмәтенең берҙәм эше һөҙөмтәһендә тамамланған тәүге төҙөлөш. Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашып намыҫһыҙ төҙөүселәрҙән зыян күргән кешеләрҙең мәнфәғәтен яҡлау йөкләмәһен ике йыл элек Республика Хөкүмәте үҙ иңенә  алды. 2021 йылда ғына 4 йорт төҙөлөшө тамамланған, 294 өлөшсө үҙ фатирын алған. 1700-ҙән ашыу өлөшсөгә аҡсалата компенсация түләнгән. Алданған өлөшсөләр хоҡуғын яҡлау йәһәтенән Башҡортостан Хөкүмәте федераль Фонд менән берлектә ҡарарҙар ҡабул итә. Республика йортонда үткән кәңәшмәлә Башҡортостан хөкүмәтенең Фонд менән артабанғы хеҙмәттәшлек йүнәлештәре билдәләнде. 2022 йылда 25 йортта туҡтатылған төҙөлөш майҙандарын тергеҙеү, кәрәк осраҡта өлөшсөләргә аҡсаһын ҡайтарыу мөмкинлектәре ҡараласаҡ, тине Фондтың генераль директоры.Республикала йәнә 4 меңгә яҡын алданған өлөшсө ҡала. Уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлау хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә ойоштороласаҡ, тине Константин Тимофеев. Өлөшләтә төҙөлөштә теркәлгән мутлашыуҙар һөҙөмтәһендә ил бюджеты ла һиҙелерлек зыян күргән.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте