Аҡланмаған өмөттәр

Аҡланмаған өмөттәр

Стәрлетамаҡ ҡалаһында Республиканың йөҙ йыллығына йөҙ объект программаһы сикәтерендә төҙөлгән 139 урынлы заманса балалар баҡсаһы инде икенсе йыл бикле тора. Бының төп сәбәбе – кадастр картаһындағы хата. Был мәсьәлә нисек хәл ителә һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы ҡасан асылыр? Соломатиндар ғаиләһе Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы яңы балалар баҡсаһынының кире асылыуын түҙемһеҙләнеп көтә. Отрадовка, Загородный һәм Байраҡ ауылдарына иҫәпләнгән мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында инде икенсе йыл балалар тауышы яңғырамай. Балалар баҡсаһы бикле тороу сәбәпле урындағы халыҡ балаларын ҡаланың башҡа учреждениеларына йөрөтөргә мәжбүр. Әгәр ҙә эшләһә, шунда уҡ мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына сират мәсьәләһе хәл ителер ине, ти ата-әсәләр. Яңы балалар баҡсаһы алты төркөмгә иҫәпләнгән. Һәр бер бүлмә яңы карауат, уйынсыҡтар, шкаф, заманса санузел менән тьәмин ителгән. Шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн махсус лифт та бар. Асыҡланыуынса, балалар баҡсаһы төҙөлгән ерҙәр федерель милектә. Урындағы хакимиәттән белдереүҙәренсә, ике меңенсе йылдар башында кадастр картаһында техник хата арҡаһында ике ер участкаһы бер-береһенә һалынған һәм 2017 йылда берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына дөрөҫ индермәү сәбәпле ерҙәр икенсе ойошма ҡулдарына күсә.Урындағы халыҡ иһә шулай ҙа өмөттәрен өҙмәй һәм был хәлдең тиҙ арала хәл итеүенә ышана.

Подпишитесь на нас в Google Новости