Православие динендәгеләр Крещениены билдәләй

Православие динендәгеләр Крещениены билдәләй

 Башҡортстанда йәшәүсе православ христиандар уйылған мәкеләргә сумып үҙҙәрен сафландырҙы. Өфөлә быйыл һыуға сумырға теләүселәр өсөн  7 мәке әҙерләнгәйне. Шуларҙың бер нисәүһен беҙҙең хәбәрселәребеҙ барып күрҙе.  Руханиҙар доға уҡып, һыуҙы  сафландырғандан һуң мәкегә төшөргә лә ярай. Был ғәмәл өсөн күптәрҙең яратҡан урыны Яҡутов паркының  Һалдат күле һайланған.  Бында  йәштәр ҙә, ололар ҙа күп. Боҙло һыуға бәләкәстәр ҙә сумырға әҙер.Байрамға христиан динлеләр генә түгел, мосолдмандар ҙа килгән. Изге һыу ҡойонорға теләгәндәр бар, әммә  һирәк. Йола үтәр өсөн түгел, сынығыу маҡсатында ти, күптәре. Һалдат күле буйында күтәренке кәйеф хөкөм һөрә. Берәүҙәр уҡынып изге һыуға сума, икенселәр  күҙәтеүсе ролендә. Христиан байрамы төрлө милләт вәкилдәрен берләштергән. Американан килгән Мэйсон Пэлл исемле егет христиан динлеләрҙең был йолаһы тураһында беренсегә ишетә, быға тиклем күргәне лә булмаған. Изге төндә һыуға сумыу – мөғжизә менән уратылған йола.  Шулай булыуға ҡарамаҫтан, был ғәмәлде һәр кем фото, видеоға төшөрөп, иҫтәлеккә ҡалдырырға тырыша. Күп кеше йыйылған сараларҙа төп бурыс, әлбиттә, халыҡтың именлеген хәстәрләү. Һыу инеү урындарында ҡотҡарыусылар, ашығыс ярҙам, полиция хеҙмәткәрҙәре  эшләй.  Изге һыуға сумырға теләүселәр өсөн  эҫе сәй эсеү мөмкинлеге  бар. йылыныу  өсөн палаткалар ҙа ҡоролған. Йәмәғәт хәүефһеҙлеген һаҡлау идаралығы  хеҙмәткәрҙәре  әйтеүенсә,  һуңғы ике йыл эсендә Крәшен  төнөндә һыуға сумырға теләүселәр һаны ике тапҡырға кәмегән. Сәбәбе пандемия менән бәйле. Православие динендәгеләр изге һыу ауырыу-сирхауҙарҙан арынырға, гонаһтарҙан таҙарынырға ярҙам итә, тип иҫәпләй. Шуға ла  сумырға теләүселәр оло сират тороп. ихласлыҡ һәм өмөт тулы күңел менән  ғәмәлен үтәй. Шулай ҙа, руханиҙар билдәләүенсә, боҙло һыуға сумыу – мотлаҡ үтәлергә тейеш бурыс түгел. Был күңел талабы. Байрам көндәрендә  сағыштырмаса йылы һауа торошо көтөлә.  Шуға ла теләгәндәр 20 ғинуар төнөнә тиклем изге ғәмәл үтәй ала. 

Читайте нас в Яндекс.Новостях