Дәүләт Думаһы пенсияны 8,6% индексациялау тураһында төҙәтмәләрҙе раҫланы

  • Дәүләт Думаһы пенсияны 8,6% индексациялау тураһында төҙәтмәләрҙе раҫланы | ГТРК «Башкортостан»
2022 йылдың ғинуарынан пенсияны 8,6% индексациялау тураһында төҙәтмәләрҙе депутаттар хупланы.

Дәүләт Думаһы депутаттары икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа пенсияны инфляция кимәленән юғарыраҡ индексациялауҙы күҙ уңында тотҡан закон проектына төҙәтмәләрҙе ҡабул итте. Законға ярашлы, 2022 йылдың 1 ғинуарынан пенсияның страхова өлөшө 8,6 процентҡа арта. Хәҙер индексациянан һуң ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһының уртаса күләме 18 984 һум була.

«Шуныһы мөһим: норма кире көскә эйә, ул 2022 йылдың 1 ғинуарынан эшләй башлай. Бюджетта бының өсөн аҡса бар», — тип билдәләне Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте