Өфөлә боҙ тауҙары ашығыс емерелә

  • Өфөлә боҙ тауҙары ашығыс емерелә | ГТРК «Башкортостан»
Яңы йыл байрамдары һәм уҡыусыларҙың каникулы тамамланды, ләкин был ғәмәлгә башҡа сәбәптәр ҙә бар, тип белдерҙеләр баш ҡала хакимиәтендә.

«Эпидемиологик хәл ҡатмарлаша, боҙ тауҙарына килгәндәрҙең һанын тикшереү һәм социаль арауыҡты һаҡлау мөмкинлеге юҡ», — тип хәбәр иттеләр мэрияның матбуғат хеҙмәтенән.

Атап әйткәндә, 21 ғинуарҙан В.И.Ленин, С.Юлаев, Совет майҙандарында боҙ тауҙарын емереү эштәре башлана. 

24 ғинуарҙан яңы йыл ҡаласыҡтарын, байрам шыршыларын һәм иллюминацияларын алып ташлау планлаштырыла.

Читайте нас в Яндекс.Новостях