«Орлан» поезында яңы сикләүҙәр

  • «Орлан» поезында яңы сикләүҙәр  | ГТРК «Башкортостан»
Өфө — Күмертау — Өфө маршруты буйынса йөрөгән «Орлан» поезына кассала, терминалда йәки ҡушымта ярҙамында билетты алдан һатып алған пассажирҙарҙы ғына индерергә хәл ителде.

Билет һатып алыр өсөн qr-код йәки вакцинация йәиһә сирҙе үткәреү тураһында белешмә талап ителә. Пассажирҙарҙың үҙе менән шәхесте раҫлаған танытмаһы ла булырға тейеш. Билеттар ун тәүлек алдан һатыла башлай, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһынан. Прививка эшләтергә ярамау тураһындағы белешмә лә ҡабул ителә, ПЦР-тест һөҙөмтәләре 48 сәғәт ғәмәлдә.

Был ҡарар эпидемияға ҡаршы сара булараҡ ҡабул ителә, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Транспорт министрлығында. Ул коронавирустың бишенсе тулҡыны башланыуға һәм «омикрон» штамының әүҙем таралыуына бәйле ҡулланыла. Пассажирҙар араһында сир йоҡтороу хәүефен кәметер өсөн ошо популяр маршрутта сикләүҙәр индереү мөһим.

Читайте нас в Яндекс.Дзен