“Сценарий” үткән йыл аҙағында теркәлгән осраҡтарҙы ҡабатлай. Хәүефле хәбәрҙе Өфө үҙәгендәге мәктәптәр ҙә, Черниковка биҫтәһендәгеләр ҙә алған.
Ғәҙәттә тыш ваҡиға урындарында кинологтар эшләй, бүлмәләр эттәр ярҙамында тикшерелә. Балалар һәм ололаррезерв бүлмәләргә күсерелгән. Билдәһеҙ кеше йәнә уҡыу барышына ҡамасаулап ҡаланың бар ашығыс хеҙмәттәрен көсөргәнешлектә тотто.