«Спутник М» вакцинаһын килтереү көтөлә

  • «Спутник М» вакцинаһын килтереү көтөлә | ГТРК «Башкортостан»
Башҡортостанға 12-18 йәшлек үҫмерҙәр өсөн 2 800 доза «Спутник М» вакцинаһы көтөлә. Бөгөн республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер — һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин ошо турала белдерҙе.

Милли иммунобиология компанияһы («Нацимбио») республикабыҙға вакцинаны оҙатҡан, әле ул юлда.

«Бөгөн-иртәгә уны алырбыҙ, тип көтәбеҙ», — тине Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры.

Максим Забелин белдереүенсә, 24 ғинуарға республикала 2 311 857 кеше вакцинаның тәүге, 2 170 837-һе икенсе компонентын ҡаҙатҡан.

Читайте нас в Яндекс.Дзен