Мәктәптәрҙә COVID-19 менән ауырыу осраҡтары арта

  • Мәктәптәрҙә COVID-19 менән ауырыу осраҡтары арта | ГТРК «Башкортостан»
Республика властары бер аҙна уҡығандан һуң мәктәптәрҙә уҡыусылар араһында яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыу осраҡтарының артыуын теркәне. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин хәбәр итте.

«24 мәктәптә 36 класс өйҙән уҡыуға күсерелде, — тип билдәләне ведомство вәкиле. — Сирлеләрҙең күбеһе Өфөлә. Роспотребнадзор менән эшләйбеҙ һәм балаларҙы өйҙән уҡыуға күсерәбеҙ. Балалар баҡсаларына килгәндә, хәл тыныс».

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, республика халҡына үҫмерҙәрҙе вакциналау мөһимлеген аңлатырға кәрәк.

«Тәүге аҙнаны эш режимында үткәрҙек. Артабан да шулай дауам итербеҙ»,  — тине республика етәксеһе.

Читайте нас в Яндекс.Дзен