Дәүләт һәм шәхси партнерлыҡ нигеҙендә белем усаҡтарын төҙөү

Дәүләт һәм шәхси партнерлыҡ нигеҙендә белем усаҡтарын төҙөү

Өфөлә, “Төҙөлөш сәғәтендә” дәүләт һәм шәхси партнерлыҡ нигеҙендә белем усаҡтарын төҙөү һәм яңыртыу мөмкинлектәре өйрәнелде. Уҡыу йорттарын яңыртыуҙың тәүге өлөшөнә өс обьект – “Затон-Көнсығыш” микрорайонындағы мәктәп, баш ҡалалағы 115–се һәм Стәрлетамаҡтағы 1-се гимназияларҙы үҙгәртеп ҡороу индерелгән. Проекттың икенсе этабында  Өфөләге, Стәрлетамаҡ менән Нефтекама һәм Өфө районындағы 11 бина бар. Яңы обьекттар төҙөлөшө 15 мең кешене хеҙмәт урындары менән тәьмин итеү мөмкинлеген бирә. “Төҙөлөш сәғәтендә” 2022-се йылға маҡсаттар билдәләнде. “Стимул” федераль программаһына ярашлы, баш ҡалала Ағиҙел һәм Ҡариҙел аръяғы биҫтәләрендә һыу үткәргес селтәре төҙөү, Стәрлетамаҡ менән Нефтекамалағы автомобиль юлдары индерелгән.

Читайте нас в Яндекс.Дзен